«Башҡортостан» ирекле полкы Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтеүен дауам итә

Урманда хәрәкәт итеү һәм һуғыш тактикаһы. Инструкторҙар етәкселегендә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ағас-ҡыуаҡтар араһында разведка, оборона һәм һөжүм ойоштороу ҡағиҙәләрен үҙләштерә. Легенда буйынса бында диверсия разведка төркөмө урынлашҡан. Йәшеллек дошмандың маскировкаланған урыны булып хеҙмәт итә ала.

Командалар ҡоралдан атҡан кеүек тиҙ һәм ҡыҫҡа, ә тотош бүлек — бер организм булып эш итергә тейеш. Һигеҙ кешенән торған был бүлектең командиры — «Фикса» ҡушаматлы яугир. Яҡташыбыҙ Чечен һуғышында ҡатнашҡан. Ләкин махсус хәрби операция шарттары бөтөнләй айырыла, тип билдәләй ул.

Ирекле батальондың үҙенсәлеге — яугирҙарҙың туған телдәрҙе аңлап, аралаша белеүендә. Был дошман көстәрен алдарға, уларҙы ҡамауға алырға ярҙам итеүе ихтимал.

Д-30 гаубицаһы залптары туҡтамай. Расчет тәүге тапҡыр ысын снарядтарҙан ата. Дошман техникаһын йәшен тиҙлегендәй асыҡлап, уны хаталанмай тар-мар итеү — төп маҡсат.

Тәүге атыштар үткән артиллеристарҙың ҡайһы берәүҙәренә хәрби дәрәжәләр бирелде. Бағышлау йолаһы ла үтте. Хәҙер улар ышаныс менән әйтә ала…

Хәрби әҙерлек ҡорал артында ғына үтмәй. Маңлайға-маңлай һуғышыуға тиклем етеүе лә ихтимал. Таһир Күсимов исемендәге батальон хәрбиҙәре ҡул көрәше, бысаҡ менән эш итеү буйынса махсус инструктаж үтә. Автоматты йүнәлткән дошманды ҡоралһыҙландырыу һәм әсирлеккә алыу техникаһы ла бар.

Хәрбиҙәр өсөн әҙерлек үтеүҙә ваҡыт төшөнсәһе юҡ. Тыныс киләсәк өсөн улар тәүлек әйләнәһенә эшләргә әҙер.

Гранатаметчиктар ҡаршы килеүсе танктарҙы шартлатырға өйрәнә. Макет булараҡ иҫке һәм сафтан сыҡҡан техника ҡулланыла. Ир-егеттәр билдәлүенсә, был күнекмә ярҙамында холоҡ формалаша, бронялы хәрби машиналарҙы юҡ итеү ысулдары һәм алымдары нығытыла.

Алыҫтағы яҡты нөктәләр — дошман көстәре. Уларға теүәл эләгеү өсөн тепловизор һәм төндә күреү приборҙары булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, төнгө күнекмәләр ваҡытында яҡтыртыусы пулялар ҡулланыла. Хәрбиҙәрҙең һәр береһе көн һайын биш йөҙҙән алып һигеҙ йөҙгә тиклем патрон тотона. Хәрби әҙерлек юғары кимәлдә ойошторолғаны өсөн ир-егеттәр республика етәкселегенә рәхмәтле.

Аҡ халат урынына бронялы жилет, ә елкәләге фонедскопты Калашников автоматы алмаштыра. «Башҡортостан» ирекле полкына ҡараған Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы ла хәрби әҙерлек үтә.

Инструкторҙар шартлы рәүештә зыян күреүсе һалдаттарҙың яһалма йәрәхәттәрен «бәйләй». Күнекмә яңылыш һалынған жгут һәм повязкалар менән ҡатмарлаштырыла. Яралыларҙы «ут» аҫтынан эвауациялап, беренсе ярҙам күрһәтеү, госпиталгә тиклем оҙатып барыу. Тактик медицина ғәҙәттәгеһенән ҡырҡа айырыла. Иҫәп сәғәт һәм минуттарға түгел, секундҡа бара.

Шулай ҙа Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы хәрбиҙәренә ысын мәғәнәһендә ярҙам итергә лә тура килә. Һүҙ полигонда алған бәләкәй йәрәхәттәр тураһында. Дауахана кабинетын яу яланына алмаштырған табиптар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп.

Табиптар Женев конвецияһы яҡлауы аҫтында эш итергә тейеш булһа ла, неонацистар халыҡ-ара килешеүҙе үтәргә теләмәй. Был сираттағы тапҡыр Рәсәй хәрбиҙәренең кем менән һуғышыуын күрһәтә һәм махсус хәрби операцияның уңышлы тамамланыуы - етди дәлил булып тора.

Төшкө аштан һуң ял минуттары. Лирик йырҙарҙы хәҙер хәрби -патриотик рухтағы моңдар алмаштыра. Радик Динәхмәтов сәхнәне яу яланына алмаштырғанына бер ҙә үкенмәй. Яңы вазифа - медицина взводы санитары. Ләкин музыкаль колонка һәм флейта һәр саҡ үҙе менән.

Яугирҙарҙың тығыҙ графигында ял өсөн дә урын табыла. Аҙна һайын хәрби полигонға артистар килеп концерт ҡуя. «Йәшел берет» төркөмө һайланма йырҙар репертуры менән туған яҡтан сәләмдәр ҙә алып килгән.

Гәзиттең тәүге һаны донъя күрә. Таһир Күсимов исемендәге батальон үҙ баҫма органын булдырған. Ҙур булмаған типография иң ябай ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Яуҙа батырлыҡтар күрһәткән яугирҙар үҙҙәре тураһында уҡып, дәртләнер, тигән өмөттә батальон етәкселеге. Тәүге һанды иһә Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов тураһында мәҡәлә биҙәгән.

Әлегә алғы һыҙыҡтан алыҫ булһалар ҙа, барыһы ла хәрби шарттарға яҡынайтылған. Патрон һәм снарядтар, ҡала оборонаһын алып барыу өсөн бина макеттары, йорттар араһында йәшерен юлдар. Башҡортостан һалдаттары хәрби әҙерлеккә етди ҡарашта, улар ил именлеге өсөн яуаплы булыуҙарын яҡшы аңлай.

Казармалағы көнкүреш тә яйға һалынған. Бында барыһы ла устав буйынса. Полигонда ялан кухняһы эшләһә, хәрби частә һалдаттар ашханала туҡлана. Буш ваҡыт әҙ булһа ла, яугирҙар гәзит уҡырға, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барырға ла өлгөрә.

Еңеүгә өмөттө ныҡлы тыл бирә. Республика ярҙамын һәр саҡ тоябыҙ, ти ир-егеттәр. Гуманитар ылауҙар менән көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла килә. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Иглин һәм Бөрө райондарының урман хужалыҡтары утын алып килгән.

Атайсалға һөйөү - улар өсөн йәшәү мәғәнәһе. «Башҡортостан» ирекле полкына ныҡлы ҡарашлы, көслө һәм сабыр яугирҙар йыйылған. Еңеү һис шикһеҙ беҙҙеке булыуға ышанған ир-егеттәр туған яҡтарына сәләмдәр ҙә еткерҙе.

Бындай ир-егеттәр булғанда Донбасс еренә, ниһайәт, тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө ҡайтырына ышаныс тыуа.

Әлфинә Килдейәрова