“Башнефть” компанияһы тәбиғәтте хәстәрләй

“Роснефть” компанияһына ҡараған "Башнефть" акционерҙар компанияһы Башҡортостан йылғаларына 24 мең 700 йөҙ   уҡбалыҡ  селбәрәһе ебәргән. Улар ентекле һайланған, үрсеү һәм үҫеп китеү өсөн  республика һыу ятҡылыҡтарының тәбиғи шарттарына махсус яраҡлаштырылған. Ағиҙелгә – 14 мең 5 йөҙ , Павловка һыуһаҡлағысына  10 мең 2 йөҙ уҡбалыҡ ебәргәндәр. Августа Ненец автономиялы округының һыу ятҡылыҡтарына 2 меңгә яҡын һөмбаш балығы селбәрәһен төшөрөү планлаштырыла.

“Башнефть” компанияһы  һуңғы 5 йылда Башҡортостан, Татарстан, Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарының һыу ятҡылыҡтарына 3 миллион 800 меңдән ашыу уҡбалыҡ, һөмбаш, сига, кумж балыҡтарының селбәрәһен сығарған. Был  эш йылға һәм күлдәрҙең биотөрлөлөгөн юғалтмау, экосистеманы, тәбиғи ресурстарҙы тергеҙеү маҡсатында  компанияның тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән программаһына ярашлы алып барыла.