Республика башҡорт тоҡомло аттарға патент алды

Бөгөн Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. «Хәҙер «башҡорт аты» тигән атаманы Башҡортостан биләмәһендә генә ҡулланырға була. Башҡа аттар ул исем менән йөрөтөлмәйәсәк», - тине республика етәксеһе. Ултырышта шулай уҡ социаль объекттарҙы ҡышҡыллыҡҡа әҙерләү һәм оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөштәрҙе тамамлау мәсьәләләре лә ҡаралды. Оператив кәңәшмәне БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким тыңланы.

Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарында бассейн төҙөлөшөн оҙаҡҡа һуҙыусыларҙы Радий Хәбиров тәнҡит утында тотоп, эште тиҙләтеү бурысын ҡуйҙы. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаевға бассейндар асыласаҡ теүәл датаны билдәләп, төҙөлөштә тәртип урынлашытырға бойорҙо.

Көйөргәҙе районында бассейн 2018 йылда төҙөлә башлаған. Урындағы властәр билдәүенсә, объектты файҙаланыуға тапшырыуҙы финанс һәм техник ҡатмарлыҡтар тотҡарлай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Архангель районында урынлашҡан мәҙәниәт һарайын иғтибарға алды. Төбәк етәксеһе объекттың иҫке түбәһен төҙөкләндереү өсөн тиҙ арала финанстар бүлергә ҡушты.

Республика баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре дауам итә. Планға ярашлы ауыл эшсәндәренә 2 млн гектар майҙанда урып-һуғыу эштәрен тамамларға кәрәк. Әлегә иген культураларының 20 проценты теүәлләнгән. Ауыл хужалығы эшсәндәре гектарынан уртаса 23 центнер уңыш йыйып ала.

Уҙған ял көндәрендә генә республика йылға-күлдәрендә 6 кеше батып үлгән. Тикшереүгә ярашлы, уларҙың бөтәһе лә һыуға спиртлы эсемлектәр эсеп ингән.

Мәктәптәрҙә капиталь ремонт үткәреү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урында иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта 2024-2026 йылдарға ғариза биреү кампанияһы башланған. Федераль проект буйынса алдағы ике йылда төҙөкләндереләсәк мәктәптәр исемлеге раҫланған. Уға ярашлы республиканан тағы ла 25 мәктәптә капиталь ремонт үткәреү күҙаллана.

1 сентябрҙән илдә белем биреү системаһында өҫтәмә үҙгәрештәр көтөлә. Яңы указға ярашлы, мәктәп уҡыусыларының йәшенә ҡарап хеҙмәт тәрбиәләү индерелә. Балаларҙы эшкә йәлеп итеү өсөн ата-әсәләрҙең ризалығы талап ителмәй. Үҙгәрештәр хеҙмәткә хөрмәт менән ҡараған яуаплы шәхестәрҙе тәрбиәләү маҡсаты менән индерелә.

Флорида Ким