Өфө ике көнгә Һаулыҡ һаҡлау үҙәгенә әйләнде. Башҡортостанда беренсел медицина-санитар ярҙамын үҫтереү һорауҙарын буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе башланды. Тармаҡ мәсьәләләрен хәл итеү, алдынғы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу маҡсатында Өфөгә илдең 89 субьектынан табиптар йыйылды. Сара сиктәрендә Башҡортостанға Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко килде. Эшлекле сәфәр барышы тураһында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.
Электрон протез Илнур Шәрәфетдиновҡа тулы тормош менән йәшәргә ярҙам итә. Авария арҡаһында ул уң ҡулының бармаҡтарын һәм табанын юғалта. Илнур күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, әүҙем тормош алып барырға тырыша. Протезды уға Мәскәү ҡалаһынан килгән инженер Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында бушлай эшләп биргән.
Башҡортостанда ҡулланылған алдынғы медицина технологиялары күргәҙмәһе менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко танышты. Консультатив-диагностика комплексы - республика ғорурлығы, ул төбәктә берәү генә. Мобиль комплекста бер юлы 7 төрлө белгес ҡабул итә ала, ул заман техникаһы менән йыһазландырылған. Автомобиль Башҡортостандың төпкөл ауылдарына тиклем барып етә ала.
Алдынғы технологиялар бөгөн ҙур ҡалала йәшәүселәр өсөн генә түгел, төпкөлдә көн итеүселәр өсөн дә асыҡ булырға тейеш. Был турала Медицина-санитар ярҙамын һәм беренсел звеноны үҫтереү мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһенең пленар ултырышында һүҙ барҙы. Күләмле сара юҡҡа ғына Өфөлә үҙғарылмай, бөгөн Башҡортостанда Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан билдәнәгән проекттар уңышлы ғәмәлгә ашырыла тип билдәләне Михаил Мурашко.
Башҡортостанда 4 йыл эсендә 340 фельдшер-акушер пункты төҙөкләндерелгән. 2024 йылға тиклем тағы ла 100-гә яҡын пунктты тәртипкә килтереү планлаштырыла. Әммә бөгөн ике медицина пунктына бер фельдшер тура килә, шуға күрә төбәктә кадрҙар йәлеп итеү буйынса эш алып барыла, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.
2020-2024 йылдарҙа илдә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға 550 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был сығымдарға яңы медицина объекттары һалыу, иҫкеләрен төҙөкләндереү, матди-техник базаны нығытыу, һаулыҡ һаҡлау учрежденияларын яңы автомобилдәр менән тьәмин итеү ҡаралған.
Өфөлә үткән ике көнлөк Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе барышында иң яҡшы тәжрибәләр ҡарала.
Лилиә Мәҡсүтова