Михаил Мурашко баш ҡаланың 13 клиник дауахана эшмәкәрлеге менән танышты

Сират та юҡ, ығы-зығы ла, сыуалыш та. Һәр кем үҙ эшен, пациенттар үҙ урынын, тәртибен белә. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко баш ҡаланың иң һанлы медицина учреждениеһы -13 клиник дауахана эшмәкәрлеге менән танышты. Бында шулай уҡ медицина өлкәһендәге иң юғары технологиялар менән йыһазландырылған клиник-диагностика лабораторияһы ла эшләй. Ентекләберәк Айнур Кәбиров һөйләй.

Регистратурала тапшырылған ҡағыҙҙағы бер нисә һыҙыҡ пациент тураһында күпте һөйләй. Штрих код ярҙамында дауаханаға килеүсе һәр кем бар табиптарға ла эләгә ала. Ә белгес иһә уға кем килере, ниндәй ауырыуҙары барлығы тураһында алдан белеп тора. Йәғни, дауаханалағы барлыҡ хәрәкәттәр ҙә үҙәкләштерелгән.

Хаталар булырға тейеш түгел. Сөнки һәр анализдың үҙ төҫө билдәләнгән. Лаборатоипия хеҙмәткәрҙәре меңәрләгән пробирка араһынан да ниндәй сиргә тикшереү уҙғарылғанын белеп тора. Клиник-диагностика лабораторияһы дауахананың ғорурлығы.

Әйткәндәй, башҡа дауаханаларҙан анализдар ғына түгел, электрокардиография күрһәткестәре лә килә. Шулай уҡ үҙәкләштерелгән һанлы системаға тупланған мәғлүмәттәрҙе тәжрибәле белгестәр уҡый. Өс табип ҡына көнөнә 500 тирәһе кардиограмма эшкәртә.

13-сө дауахананы пилот проекттары үҙәге тиергә лә мөмкин. Бында тотош Рәсәйҙә индерелгән башланғыстар тәжрибә үтә.

Михаил Мурашко Өфө дауаханыһы эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Тәжрибә проекттары һөҙөмтә күрһәтһә, улар мотлаҡ илдлең башҡа төбәктәренә лә таратыласаҡ, тине федераль министр.

Айнур Кәбиров