Быйыл республикала 79 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға яҙған

Шулай уҡ төбәктә 80 балдан күберәк һөҙөмтә күрһәткәндәр ҙә артҡан. Ҡайһы бер предметтар буйынса уртаса күрһәткестәр илдекенән юғарыраҡ. Берҙәм дәүләт имтихандарын нисек максималь балға яҙырға? Иң ҙур һөҙөмтә күрһәткәндәргә ниндәй льготалар ҡаралған? Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Органик химияны биш бармағыңдай белеү медицина хеҙмәткәре өсөн мотлаҡ. Белем дарыуҙар составын таныу өсөн кәрәк. Ҡатмарлы реакцияларҙы Арыҫлан Ишмөхәмәтов төн уртаһында уятҡанда ла күрһәтә ала.

Биологиянан имтиханды 100 балға тапшыра алмаһа ла, был үҫмергә Башҡорт дәүләт медицина университетына бюджетҡа уҡырға инергә ҡамасауламай. Арыҫлан хирург һөнәрен һайлаған. Алда уны Берҙәм дәүләт имтихандарынан да ҡатыраҡ һынауҙар көтә. Имтиханды иң юғары балға яҙыр өсөн, ныҡлы белем һәм күңел тыныслығы кәрәк, ти егеттең уҡытыусыһы.

Мәктәптән тыш, өҫтәмә порталдарҙа, китаптарҙа яңы мәғлүмәт эҙләү, күнегеүҙәрҙе сисеү, ял итеү өсөн ваҡыт бүлеү - былар уңыштың төп шарты. Һынауға әҙерләнеүсе өсөн аҙналыҡ режим эшләп ҡуйыу урынлы. Уҡытыусылар әйтеүенсә, имтиханды 100 балға бәхетлеләр түгел, ә тырыштар яҙа.

Химияны кеүек үк, информатиканы 100 балға тапшырыр өсөн, математиканы яҡшы белеү мотлаҡ. Йылдан-йыл IT-технологиялар алға китә, был күнегеүҙәрҙә лә сағылыш таба. Радмир Сабитов программалаштырыу телдәрен бала саҡтан белә, атаһы өйрәтә. Йүнәлеш буйынса Рәсәй технологиялар университетына уҡырға ингән.

Алдынғылар өсөн республикала матди ярҙам ҡаралған. Уҡытыусыларға яңы уҡыу йылы башланғас та, 50 мең һум премия тапшырыласаҡ. Ә юғары һөҙөмтә күрһәткән малай - ҡыҙҙар Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән осраҡта, 150 мең һум күләмендә матди дәртләндереү аласаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина