Өфөлә, Затон биҫтәһенең Миловская урамында яңы мәктәп төҙөлә башланы. Мәғәриф учреждениеһы 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән.Әлеге ваҡытта обьектта свай ҡағыу бара, 37 конструкция урынлаштырыла башлаған. Проект Башҡортостан Хөкүмәте һәм «ПроШкола» компанияһы араһында концессия килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш обьекты киләһе йылдың октябрь аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип күҙаллана.