Йәрминкәгә пенсия йәшендәгеләр үҙҙәре үҫтергән йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр,һөт ризыҡтары, туҡмас, киптерелгән дарыу үләндәре, миндек һәм башҡа әйберҙәр менән сауҙа итте. Хәйриә акцияһында көмөш ирекмәндәр 25 мең һум аҡса йыйыҙы. Был сумма Луганск халыҡ республикаһының Кременная ҡалаһында йәшәгән уҡыусыларға канцелярия тауарҙары алыу өсөн тотоноуға йүнәлтелә.