Ике аҙналыҡ ялдан һуң, алғы һыҙыҡҡа. Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә мобилизацияланыусылар төркөмө юлланды. Яугирҙарҙы «Өфө-Арена» майҙанынан оҙаттылар. Күптәр отпуск ваҡытын ғаиләһе менән үткәрергә тырышҡан. Повестка килгәнсе, хәл ителмәгән эштәрен барлаған.
Республиканың төрлө район-ҡалаларынан саҡырылған егеттәр бөтәһе лә бер хәрби частә хеҙмәт итә. Уларҙы махсус хәрби операцияһына биләмәһенә алып барыу өсөн республиканан ике автобус бүленгән. Алда һалдаттарҙы ике көнлөк юл көтә. Колоннаны Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары оҙатып барасаҡ.
Яугирҙар фронтта республика халҡының ярҙамы көслө булыуы тураһында белдерҙе. Гуманитар ярҙам менән һалдаттар даими тәьмин ителә. Башҡортостан етәкселеге мобилизацияланыусыларҙың ғаиләләрен дә яңғыҙ ҡалдырмай. Хәрбиҙәр яҡындары төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итә.