Умартасылар, кәсепселәр, ҡул оҫталары һәм фермерҙар йәрминкәһе Нөгөш һыуһаҡлағысы буйында ойошторола. Һатып алыусыларға экологик яҡтан таҙа бал, аҙыҡ-түлек һәм башҡа төр продукция тәҡдим ителә. Сара барышында оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Фестивалгә килеүселәр иң оҫта умартасы өсөн тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. Милли парк хеҙмәткәрҙәре тәбиғи балды ялғанынан айырыу ысулдары тураһында һөйләргә ниәтләй. 13 августа илдә умартасылар көнө билдәләнә.