Бер ҡыйыҡ аҫтында өс медицина учреждениеһы. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тотош ил өсөн уникаль һаналған 9-сы дауахананы барып күрҙе. Бында бер бинала өлкәндәр өсөн дауахана, поликлиника һәм шулай уҡ балалар поликлиникаһы урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан, пациенттарҙы ҡабул итеү бер ниндәй ҡатыршылыҡһыҙ ойошторолған. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы һанлы медицина форматында эшләй. Михаил Мурашко Радий Хәбиров оҙатыуында дауахананың мөмкинлектәре менән танышты.
Баш ҡаланың Затон микрорайонында урынлашҡан дауахана әле июндә генә тәүге пациенттарын ҡабул итә башланы. Йылдам үҫешкән биҫтә халҡы уның асылыуын күптән көтә. Хәҙер медицина учреждениеһына 26 мең өлкән йәштәгеләрҙе һәм 15 мең баланы хеҙмәтләндерә. Медицина ярҙамы күрһәтеүҙе һанлы форматҡа күсереү күп һанлы пациенттар менән бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ эш итеү мөмкинлеге бирә
Киләһе йыл дауаханаға Өфө районынан тағы ла 37 мең кешене беркетеү ҡаралған. Был осраҡта ла ҡатмарлыҡтар булмаясаҡ, ти табиптар. Сөнки һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ҙур запас менән төҙөлгән.