Ике аҙналыҡ ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа

Башҡортостандан мобилизацияланыусылар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙәрҙе "Өфө-Арена" майҙанынан оҙаттылар. Күптәр ялын ғаиләһе менән үткәрергә тырышҡан. Повестка килгәнсе, хәл ителмәгән эштәрен барлаған. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан саҡырылған ир- егеттәр бөтәһе лә бер хәрби частә хеҙмәт итә. Уларҙы махсус хәрби операция биләмәһенә алып барыу өсөн республиканан ике автобус бүленгән. Алда һалдаттарҙы ике көнлөк юл көтә. Колоннаны Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары оҙатып бара.