Бөгөн Берҙәм логистика үҙәгенән гуманитар ярҙам оҙатылды

Ул хәрби әҙерлек үткән “Башҡортостан” полкына тәғәйенләнә. Колонна 20-гә яҡын машинанан тора. Ылау составында ҡеүәтле техника бар. “Юлһыҙ ерҙән үтә алған  транспорт яугирҙәр өсөн бик мөһим”, - тип белдерҙе Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов. Йөктө Ғәғәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара.