Дәүләт Думаһында ошо бренд тергеҙелеүе тураһында белдерелде. Спикер Вячеслав Володин бөтә фракциялар етәкселәре менән депутаттарҙы үҙебеҙҙә сығарылған машиналарҙа йөрөтөү тураһында килешелеүе тураһында хәбәр итте. Сентябрҙән парламент вәкилдәре "Москвич", "Лада" һәм "Аурус" автомобилдәренә ултыра. Тиҙҙән "Волга" машинаһы ла сығарыла башларға тейеш. Күптән түгел ил президенты Владимир Путин чиновниктарға үҙебеҙҙең автомобилдәрҙә йөрөргә кәңәш итте.