Иртәгә Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр хәрби әҙерлек үтергә юллана

Иртәгә Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр Өфөнән Ырымбур өлкәһенә хәрби әҙерлек үтергә юллана. Артабан улар Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге яңы батальон сафына баҫасаҡ. Улар ҙа башҡа подразделениеларҙағы хәрбиҙәр кеүек социаль льготаларға эйә буласаҡ. Котрактҡа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡул ҡуя ала. Минималь хеҙмәт мөҙҙәте алты ай. Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән Башҡортостан ир-егеттәре 117 берҙәм белешмә һандары буйынса шылтырата йәки Республика хәрби комиссариатына шәхсән мөрәжәғәт итә ала.