Башҡортостан ғалимдары тағы ла алдынғылыҡ күрһәтә. Өфө фән һәм технологиялар университеты химиктары дарыуҙарҙан зарарлы матдәләрҙе сығарыу буйынса технология өҫтөндә эшләй. Бындай тәжрибә илдең башҡа төбәктәрендә юҡ. Заманса препараттар дауалап ҡына ҡалмай, уларҙың ҡулланыу эҙемтәләре организға зыян да килтерә. Башлыса был арзан дарыуҙарға ҡағыла. Башҡорт химиктары ил фармакологияһын нисек алға этәрә? Рәзилә Ғиниәтуллина белә.
«Мөғжизәле» дарыу тураһында 20 быуаттың урталарында билдәле була. Германияла сығарылған талидомид ауырлы ҡатындарға тынысланыу һәм йоҡо дарыуы булараҡ яҙҙырыла. Тик ҡот осҡос эҙемтәләрҙе ғалимдар тойомламай. Һөҙөмтәлә 12 меңгә яҡын сабый яңы дарыу арҡаһында инвалид булып ҡала. Сығарылған партияларҙы ҡайтарырға теләйҙәр, тик һуң була: препарат донъяның 45 иленә таралып өлгөрә.
Талидомид бөгөн дә дарыу булараҡ файҙаланыла. Фажиғәнән һуң, дарыуҙар составы ентеклерәк тикшерелә башлай. Бөгөнгө препараттар ҙа кешене дауалап ҡына ҡалмай, зарарлай ҙа ала. Уларҙың ҡайһы бер хәүефле матдәләре кеше организмынан тулыһынса сығарылмай. Был бигерәк тә арзан дарыуҙарға ҡағыла. Проблеманы хәл итеү менән башҡорт ғалимдары шөғөлләнә. Өфө фән һәм технологиялар университеты химиктары дарыуҙарҙы зарарлы матдәләрҙән таҙартыу технологияһы өҫтөндә эшләй.
Дарыу таҙараҡ булған һайын, ауырыу тиҙерәк аяҡҡа баҫа. Тик сифатлы препарат етештереү сығымдар талап итә. Арзан дарыуҙарҙар баш ауыртыу һәм башҡа эҙемтәләргә алып килә. Өфө ғалимдары технологияһы ярҙамында дарыу зарарлы матдәләрҙән арына.
Лабораториялағы тикшеренеү эше грант аҡсаһына алып барыла. Йәш ғалимдарҙың проекты илдә иң яҡшыһы тип танылып, уны тормошҡа ашырыуға 24 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Рәзилә Ғиниәтуллина