Йылҡысылыҡ мауыҡтырғыс шөғөл һанала. Йыл һайын төрлө кимәлдәге милли спорт уйындарында ҡатнашып еңеү яулауҙары быға асыҡ миҫал. Аталы-уллы Салауатовтар 11-13 августа Баймаҡ районындағы Граф күле буйында үтәсәк «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестиваленә әҙерләнә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ата-олатаһынан ҡалған ҡомартҡыны бөгөн танырлыҡ түгел. Яңыртылып, биҙәк һалып эшләнгән ыңғырсаҡ ниндәй генә ярыштарға сығарылмаған. Ул шуның менән дә ҡиммәтле. Айрат Салауатовтың коллекцияһында, ат еккәндә ҡулланылған әйберҙәрҙең барыһы ла бар. Улар аша тотош йылҡысылыҡ тармағы күҙ алдына баҫтырыла.
Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тигән тапҡыр һүҙ Салауатовтар тураһында әйтелгән тиерһең. Заманында олаталары булышҡан кәсеп, бөгөн балаларында ла ныҡлап тормошҡа ашырыла. Илнар Салауатов мәҫәлән, һөнәре буйынса физкультура уҡытыусыһы, милли көрәш буйынса тренер ҙа.
Ғаилә милли спорт уйындарын да пропагандалай. Йәйен генә түгел, ҡышҡы осорҙа уйналған ярыштарға йыш сыға. Юҡҡа ғына, бөгөндән үк халыҡ мәҡәлендәй аталы-уллы Салауатовтар сана әҙерләүгә тотонмаған. Ә алда тағы ла күләмлерәк ярыш - Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивале көтә.
Азат Ғәлиуллин