«Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға». Ҡайҙа тиһегеҙме?! Ишембай районы Биксән ауылында. Осрашыуға илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән гүзәл заттар йыйылды. Бер һауа һулап, бер һыу эсеп үҫкән төрлө быуын вәкилдәре байрамы хаҡында киләһе сюжетта.
Осрашыу ауылдың Фәүзиә мәсетендә мәрхүмдәрҙең рухына доға ҡылыуҙан башланды. Төрлө тарафтарҙа йәшәгән Биксән ауылы һылыуҙары яҡындарын иҫкә алды, хәйер-саҙаҡа менән мәсеткә ярҙам күрһәтте. Беренсе тапҡыр ойошторолған байрамға ауыл халҡы ҙур ихласлығын һалған.
Тыуған төйәген һағынып, ҡоштай талпынып ҡайтҡан ҡыҙҙар йәшлек хәтирәләренә бирелеп ауыл урамдары буйлап үтте. Яланаяҡ йөрөгән саҡтарын, бала саҡтарын иҫкә төшөрҙө.
Осрашыу күңел-асыу сараһы ғына булманы. Үҙ ауылына ҡайтҡан төрлө быуын гүзәл заттары мәктәп биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискҡа сәскә һалды, азатлыҡ өсөн көрәшкән ата-бабаларҙы иҫкә алды. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең тыуған яҡтарына һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Осрашыу ҡунаҡтарын ауылдың белем усағы ла ихлас ҡабул итте. Мәктәп йылдары нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һәр кемдең күңелендә иң яҡты тәьҫораттар һаҡлай. Ә ауыл мәҙәниәт йорто менән « Хазина» фольклор ансамбле әҙерләгән концерт программаһы байрамда ҡатнашыусыларҙы берсә йәш, берсә бала саҡтарына алып ҡайтты. Ишембай районы хакимиәте исеменән иң бәләкәй ҡыҙы булған ғаиләгә, иң күп ҡыҙ үҫтереүсе, өлгөлө ғаиләләргә, осрашыуҙы ойоштороусыларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Иң тәмле сәй үҙ ерендә ҡайнағаны, иң татлы аш тыуған ауылында бешкәне. Байрам табыны, усаҡта бешкән аш-һыу, самауыр сәйе лә йәшерәк быуында ла, оло һарайҙар күңелендә лә татлы тойғоларҙы яңыртты. Тормош юлдары төрлө яҡтарға ташлаһа ла, барыһының да күңелендә тыуған ауылға ынтылыу йәшәй шул. Осрашыу ҙа шуны иҫбатланы. Борсаҡ кеүек ситкә һибелгән ҡыҙҙар өсөн күңел байрамы булды.
Лилиә Мәҡсүтова