Башҡортостанда быйыл 600 меңгә яҡын кеше диспансеризация үткән

  Һаулыҡ  һаҡлау  министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 йәштән 39 йәшкә тиклемгеләр  сәләмәтлеген өс йыл һайын тикшертә  ала.  40 йәштән бындай  мөмкинлек  йыл һайын була. Диспансеризация бушлай  уҙғарыла.  Паспорт һәм полис  менән үҙегеҙ беркетелгән поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.