Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәр гектар 24 центнер уңыш бирә. Бөгөнгә 880 мең тонна уңыш йыйылған. Иң юғары һөҙөмтә Стәрлетамаҡ районында, 72 мең тонна һуғып алынған. Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы хужалыҡтары ла ҡалышмай, тип белдерәләр ведомствонан.