Руслан Абдуллин, Альберт Батыршин, Салауат Миңлебаев, Фаил Миңлебаев, Илнур Йәрмөхәмәтов үлгәндән һуң ил президенты Указы менән Ҡаһарманлыҡ орденына күрһәтелгән. - Республика улдарығыҙ тураһында онотмай, һеҙҙең менән бергә була. Ике геройҙың мәктәп йәшендәге балалары бар. Уларға ярҙам итербеҙ. Проблемалар булһа, шунда уҡ район хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Урындағы етәкселек һәр ваҡыт һеҙҙең менән элемтәлә булырға, проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тейеш. Шулай уҡ Стәрлебаштан махсус операцияла һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштерергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.