Радий Хәбиров Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттары менән осрашты

Барығыҙҙы ла республикала көтәбеҙ. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттары менән осрашты. «Патриот» паркында ойошторолған сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Пермь ҡалалары университетттарында уҡыған 100-ләп студент ҡатнашты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров буласаҡ белгестәрҙең һөнәри үҫеше һәм киләсәге менән ҡыҙыҡһынып республикала уларҙы эш менән тәьмин итергә әҙер тип белдерҙе .

Радий Хәбиров студенттарҙы Өфөнөң 450 йылыҡ юбилейына бағышланған сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы һәм Мәскәүҙә республика вәкиллегендә йәштәр өсөн һәр саҡ ишектәр асыҡ тип белдерҙе. Баш ҡалала белем алыусылар яҡташтары менән аралашып, ижади проекттар тормошҡа ашыра ала. Төбәк етәксеһе, Башҡортостандан ситтә уҡыған студенттар өсөн төбәктә һөнәри практика үтеү предприятиелар реестрын әҙерләү бурысын ҡуйҙы.