Башҡортостан яугирҙары ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенең алғы һыҙығына юлланды

Егеттәр яҡындары янында ике аҙна ял иткән. Улар республиканың төрлө район-ҡалаларынан булыуға ҡарамаҫтан, яу ҡырында туған кеүектәр. Улар бөтәһе лә бер хәрби частә хеҙмәт итә. Донбасс ерендә егеттәр ялһыҙ ярты йылдан ашыу булған. Шуға ла законлы ике аҙнаны улар туғандары һәм яҡындары янында үткәргән. Ватан сағырғас, йәнә алғы һыҙыҡҡа. Яугирҙарҙы туғандары һәм дуҫтары «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙандан оҙатып ҡалды.