Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кейем, кәрәк-яраҡ әҙерләүсе волонтер-тегенселәр цехы етәксеһе Светлана Хәмиҙуллина менән әңгәмәләште. Радий Хәбиров оҫталарға бындай эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика Башлығы "Стәрлебаш бауырһағы", "Стәрлебаш көнбағыш майы" брендтары аҫтында продукция етештереүсе предприятиеларға Башҡортостандағы комплекслы программа мөмкинлектәрен файҙаланырға кәңәш итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл аҙыҡ-түлек етештереүселәргә ярҙам өсөн республика бюджетында 100 миллион һум ҡаралған.