Быйыл Башҡортостан район һәм ҡалаларында күп фатирлы 22 йортта йылытыу системалары ремонтлана

Был эш Мәләүез, Учалы, Ейәнсура, Иглин, Ҡыйғы, Бөрө, Баҡалы райондарында, Октябрьский, Нефтекама һәм Күмертау ҡалаларында ҡаралған. Бөтә йорттар капиталь ремонттан һуң йылытыу миҙгеленә тиклем әҙерлек паспорты алырға тейеш, тип хәбәр итәләр  Капиталь ремонт барышын күҙәтеү буйынса идаралыҡтан.