Унда берлек ағзалары ғына ҡатнаша ала. Әҫәрҙәр илһөйәрлек темаһына арналырға тейеш. Эштәр рус, башҡорт һәм татар телдәрендә ҡабул ителә. Еңеүселәр 4 номинация буйынса асыҡлана. Иң яҡшы тип табылған әҫәр йыйынтыҡта баҫыла. Ижади ярыштың приз фонды 1 миллион 200 мең һум. Проект Башҡортостан Башлығы Грантына тормошҡа ашырыла. Әҫәрҙәр 30 декабргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы киләһе йылдың мартында була.