Башҡортостанда «Догазификация» программаһы йылдам тормошҡа ашырыла

Ошо көндәрҙә зәңгәр яғыулыҡ Иглин районы Иҫке Ҡарашиҙе ауылы йорттарына тоташтырылды. Урындағылар газ тураһында күптән хыялланғанған. Әүҙем халыҡ 2013 йылдан уҡ ауылда газ торбаларын һалыу мәсьәләһе менән төрлө ведомство тупһаларын тапай. Хыял федераль программа проекты сиктәрендә тормошҡа аша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, программа буйынса ҡайһы бер граждандар категорияһы газды йортҡа тиклем бушлай үткәрә ала.

Исемлеккә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби бәрелеш инвалидтары, аҙ тәьмин ителелгән күп баллалы ғаиләләр инә. Бөтәһе Иглин районында һуңғы йылда 1500 йорт зәңгәр яғыулыҡ селтәренә тоташтырылған. 2025 йылға тиклем районда Ауструм, Түбәнге Ләмәҙ һәм тағы ла 3 ауылға газ үткәрелергә тейеш.