Өфөнөң Глазовский урамында капиталь төҙөкләндереү башланды

Дим биҫтәһенә ҡараған юл оҙаҡ йылдар авариялы участка һаналған. Сәнәғәт зонаһы менән шәхси йорттарҙы берләштергән урамда күп һанлы мөрәжәғәттәрҙән һуң, ремонт эштәрен уҙғарыу ҡарар ителә. Быға тиклем ул Демьян Бедный урамы «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә республикала барлығы 175 саҡрым юл төҙөкләндереү планлаштырыла.