Башҡортостанда былтыр 2 миллион 100 мең турист булған

Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы округында 3-сө урынға ҡуйылған. Ил төбәктәре араһында иһә 13-сө урында. Башҡортостан халҡы башлыса Татарстан, Краснодар крайы, Санкт-Петербург һәм Мәскәүгә сәфәр ҡылған. Сит илдәрҙән иң күп туристик билеттар Төркиәгә һатылған.