Радий Хәбиров эш сәфәре менән Стәрлебаш районында булды

Балалар лагерында «Патриот» паркы, ә мәҙәниәт йортонда фельдшер-акушер пункты һәм китапхана урынлашасаҡ. Радий Хәбиров Стәрлебаш районына эш сәфәре барышында бер нисә социаль объектты төҙөкләндереү һәм һөҙөмтәләштереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Республика етәксеһе шулай уҡ ауыл хакимиәте башлыҡтары менән төбәк семинары ла уҙғарҙы. Төбәк башлығының эш сәфәре тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров яҙмаһы.

Юл һалыу хәҙер күпкә арзанға төшә , ти Стәрлебаштар. Сөнки торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, техника, каръер ҙа райондыҡы. Ә бит бер нисә йыл элек кенә предприятие бөлгөнлөк хәлендә була. Хәҙер техника паркы яңырғандан яңыра.

Предприятиела 30 кеше эшләй һәм улар район үҙәге һәм уға ҡараған ауылдарҙа юлдарҙы тәртиптә тота. Радий Хәбиров һәр муниципаль берәмектең дә ошондай үҙаллы предприятиеһы булыуы мөһим, тине. Сөнки ауылдарҙың бөхтәлеген ситтән килеп береһе лә хәстәрләмәй.

Стәрлебаш ауылына ҡараған Урман кордоны ауылы ла хәҙер йыл әйләнеһенә яҡшы юл менән тәьмин ителергә тейеш. 2021 йылда бында урынлашҡан «Орленок» лагерына ремонт яһалып, йылылыҡ һәм һыу үткәрелгәс, ҡышҡы каникулдарҙа ла балалар ял итә башлаған.

Быйыл балалар лагерының мөмкинлектәре тағы ла артҡан. «Орленок» тиҙ ҡоролмалы корпустар төҙөү буйынса Рәсәй программаһында ҡатнашып 49 урынға иҫәпләнгән модулле ятаҡ төҙөткән.

«Орленокта» Луганск һәм Донецк балалары ла ял итә. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугиҙарҙың балаларына ла айырым ваҡыт бүленә. Радий Хәбиров лагерҙың эшмәкәрлеген тағы ла киңерәк йәйелдереү кәрәклеген белдерҙе.

Ибраҡай ауылының иҫке мәҙәниәт йортон да төҙөкләндереп бер ҡыйыҡ аҫтына медицина учреждениеһы һәм китапхана урынлаштырырға хәл ителде. Бина өлөшләтә ремонтланған, ләкин эштәр тамамланмаған. Радий Хәбиров ауыл йәшәйеше өсөн мөһим социаль объектты республика көнөнә төҙөп бөтөү бурысы ҡуйҙы.

Күмертау мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге филиалы тиҙ арала һәм сағыштырмаса арзанға социаль объекттар төҙөү өлгөһө. Радий Хәбиров 2019 йылда иҫке поликлиниканы төҙөкләндереп унда реабилитация үҙәген урынлаштырыу тәҡдимен индергәйне. Бер йыл да үтмәне район үҙәгендә заманса йыһазландырылған социаль объект эш башланы.

Радий Хәбиров ҡала һәм ауыл биләмәләрен үҫтереүгә арналған төбәк кәңәшмәһендә лә ҡатнашты. Ултырышта көнъяҡ-көнбайыш райондарҙың социаль-иҡтисади мәсьәләрен , көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү һәм үҫеш юлдары барланды.

Айнур Кәбиров