Бөгөн Өфөнән өсөнсө төркөм яугирҙәр юлға сыҡты. Әлеге ваҡытта яңы батальон Рәсәй ҡалаларының береһендә хәрби уҡыуҙар үтә. Яҡташыбыҙ, Әлшәй районы егете Алмаз Сафин махсус операцияла 2022 йылдың 30 сентябренән алып ҡатнашҡан. Йыл башынд Алмаз Сафин етәкселегендәге десантсылар бер танкты, ике бронемашинаны һәм 50-гә яҡын дошманды юҡ иткән. Контракт хеҙмәте старшинаһы йыл башында яуҙа ҡаты яраланған һәм һәләк булған. Үлгәндән һуң уға Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Ҡулдарҙа хәрби билет һәм көс еткәнсе тултырылған юл сумкалары. Республиканың хәрби комиссариаты ишектәре бөгөн дә ябылмай. Махсус хәрби операцияға юлланыусылар документтар тултыра. Бер йылға контракт төҙөлә.
Үҙҙәре теләп яу яланына барыусылар сәләмәтлеге буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр. Хәрби комисссариаттан белдереүҙәренсә, айырым осраҡта 65 йәштәгеләр ҙә алына. Хәрби хеҙмәт юлы үткәндәр һәм армияла булмағандар ҙа бар.
Өлкәнерәктәр араһында һуғыштың нимә икәнлеген үҙ иңендә татып ҡарағандар ҙа бар. «Татар» ҡушаматлы яугир Афған ветераны. Был юлы өс балалы улы ғаиләһен ҡалдырып ҡораллы көстәр сафына баҫырға ҡарар иткәс, бергә барырға булған.
Ейәндәр тыныс тормошта йәшәһен тигән теләктә, сал сәсле хәрбиҙәр. «Бабай» ҡушаматлыһы махсус хәрби операция башланғандан алып икенсе тапҡыр ҡулына ҡорал ала. Әткәндәй, шулай уҡ Афған утын үткән.
Водителдәр, уҡытыусылар, эшҡыуарҙар.. Ил саҡырыуын төрлө һөнәр эйәләре берҙәй ҡабул иткән. Берҙәм һәм бергә еңеп ҡайтырға.
Рәмилә Исмәғилева