Радий Хәбиров Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитетын 65 йыллығы менән ҡотланы

Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты ойошторолоуға 65 йыл. Күләмле юбилей датаһы уңайынан Ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы сара үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров компания ҡаҙаныштарын барлап, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Өфөнөң ҡала төҙөлөшө сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, халыҡты сифатлы һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатында ойошторолған предприятие 1958 йылдан алып 245 социаль әһәмиәтле объект төҙөлөшө һәм реконструкцияһында ҡатнашҡан. Радий Хәбиров билдәләүенсә, инвестиция-төҙөлөш комитеты - Өфөнөң ғорурлығы, алдынғы төҙөлөш компанияларының береһе һанала

Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса, инвестиция-төҙөлөш комитеты - төҙөлөш күләмдәре һәм әҙер торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостандың тәүге ун компанияһы исемлегенә ингән. Тантаналы сара сиктәрендә предприятие етәкселеге Радий Хәбировты Өфөлә алып барылған комплекслы төҙөлөш проекттары менән таныштырҙы.

Өфөләге барлыҡ билдәле объекттарҙы инвестиция-төҙөлөш комитеты күтәрҙе тиһәм бер ҙә хата булмаҫ. Мин үҙем Өфө-Аренаһы төҙөлөшөндә ҡатнаштым. Компаниялағы дөйөм хеҙмәт стажым 21 йыл булды. Фиҙаҡәрлек күрһәткән өсөн Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе исемен алдым.

Олег Фледербахер, Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе