Башҡортостанда сентябрҙән процентһыҙ кредит алырға мөмкин буласаҡ

Был республикала партнерҙар финанслауы, йәғни, ислам банкингы эшләй башлауына бәйле. Тейешле законға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Уға ярашлы, Рәсәйҙең 4 мосолман төбәгендә, атап әйткәндә, Башҡортостан, Татарстан, Дағстан һәм Чечня республикаларында, төрлө финанс ойошмалары граждандарға һәм юридик компанияларға займ, лизингҡа мөлкәт бүлә һәм башҡа мөмкинлектәр бирә ала. Тик шәриғәт ҡанундары буйынса. Эшмәкәрлектә тыйыуҙар ҙа бар. Әйтәйек, ҡомарлы уйындар, сусҡа ите, иҫерткес эсемлектәр, тәмәке, хәрби ҡоралдар етештереү өлкәләренә инвестициялар бүленмәйәсәк.

Ислам банкингы мөмкинлектәре менән бөтә граждандар ҙа ҡуллана ала. Тәжрибә проекты ике йыл эшләйәсәк, киләсәктә төбәктәр исемлеге артыуы ихтимал.

Беҙҙең республика өсөн был бик мөһим закон. Ул күләмле инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк. Бөгөн төбәктәр араһында улар өсөн көсөргәнешле көрәш бара. Башҡортостандың пилот төбәктәр исемлегенә инеүе беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Үҙебеҙҙең биләмәлә федераль законды һөҙөмтәле тормошҡа ашырырға тырышасаҡбыҙ.

Лира Иғтисамова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары - Финанс министры