Мөхәммәт Шәриф Әссаууаф Мөхәммәт пәйғәмбәр нәҫеленән. Яңы мәсет ерле халыҡтың, яҡташтарҙың ярҙамы менән ҡалҡып сыҡҡан. Уны төҙөүгә һәр кем үҙ өлөшөн индергән, берәүҙәр матди ярҙам, икенселәре ҡул көсө менән. Ентекләберәк артабан.
Тарихҡа инер мәл - «Әссухба» мәсетендә тәүгә аҙан тауышы яңғырай. Изге сүрәне уҡыусы ла ябай түгел - Сүриә шәйехе. Мөхәммәт Шәриф Әссаууаф пәйғәмбәр нәҫеленән. Үҙенсәлекле ҡунаҡ етәкселегендә доға ҡылыусылар айырыуса тулҡынлана.
Сүриә ҡунағын үҙебеҙсә, башҡортса хөрмәтләп, милли көйҙәр менән ҡаршы алдылар. Шәйех тә буш ҡул менән килмәгән. Башта ул мәсетте төҙөүгә өлөш индергәндәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Һуңынан сабыйҙы ҡулына алып, бәхетле тормош теләне. Мөхәммәт пәйғәмбәр затынан булған шәйехтән фатиха алыуы тураһында малайға киләсәктә уның атаһы һөйләйәсәк. Дамир Мәхмүтов та тантанала ҡәҙерле ҡунаҡ. Ошо ауылдан булмаһа ла, меценат мәсетте төҙөүҙә ҙур финанс ярҙам күрһәткән.
Мәсет атамаһы ла осраҡлы һайланмаған. «Әссүхба», ауыл атамаһы кеүек үк, «юлдаш» тип тәржемә ителә. Яңы иман йорто ауыл халҡын берләштереүсе, изге башланғыстарға юл асыусы үҙәк булыр тигән өмөттә урында йәшәүселәр.
Киләсәктә мәсеттә белем биреү менән шөғөлләнеп, мәҙрәсә асмаҡсылар. Бында яҡын ауылдарҙан 4 йәштән өлкәнерәк балалар дин нигеҙҙәрен өйрәнер, тип күҙаллана.
Рәзилә Ғиниәтуллина