Республиканың бер төркөм талантлы балалары Мәскәүҙә үтәсәк Халыҡ-ара мәҙәни форумында ҡатнаша

Икенсе тапҡыр ойошторолған сараға Башҡоростан делегацияһы махсус саҡырылған. Былтыр үткән тәүге форумда «Телешко» мәктәп телевидениеһы тәрбиәләнеүсе Арсений Ғәйнуллин еңеүселәр исемлегенә ингәйне. Быйыл да республика балалары һынатмаҫҡа өмөт итә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Башҡортостан йәшәйеше балалар күҙлегенән. Ул ғына түгел, үҫеп килеүсе быуын республиканың төрлө тармаҡ үҫешен яҡтыртыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. «Тамыр» телеканалы миҫалында ғына мәҫәлән, балалар айырым шәхес итеп формалаша. Тупланған тәжрибәләр нигеҙендә конкурс-фестивалдәрҙә лә уңышлы сығыш яһай. Артур Рамаҙанов менән Урал Усманов бөгөн тағы ла юғары бейеклектәр көтә. Башҡортостан егеттәре илдең баш ҡалаһында үтәсәк Халыҡ-ара мәҙәни форумы ҡатнашыусыһы.

Һәм бөгөн дә улар «Тамыр»ҙа туплаған тәжрибәләрен Мәскәүҙә һынарға иҫәп тота. Халыҡ-ара мәҙәни форум быйыл Рәсәй һәм сит илдәрҙән 2 меңләп йәш таланты бергә йыясаҡ. Шул иҫәптән Башҡортостандан 12 бала ҡатнаша. Улар араһында республика мәҙәниәте һәм сәнғәт өлкәһендәге уңыш ҡаҙанған, хатта үҙ урынын тапҡан талант эйәләре бар.

Өфө аэропортына Мәскәүгә барырға йыйынған бер төркөм республика балалары бер ҙә тулҡынланыу кисермәй. Сөнки, ныҡлы әҙерлек менән сығыш яһарға һәм дә еңеү яуларға иҫәп тота.

Азат Ғәлиуллин