Башҡортостан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһында тауар әйләнеше 10 тапҡыр артҡан

Экспорт - 10, импорт 2 тапҡыр күбәйгән. Республика Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычеваның Әмирлектең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе  Мөхәммәт Әхмәт Сотан менән осрашыуы барышында ошо турала белдерелде. “Беҙ туризм өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ машина эшләү һәм нефть химияһы сәнәғәте өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләштек. Партнерҙар башҡорт балын әмирлеккә туранан-тура ташыу теләген белдерҙе”, - тине Маргарита Болычева. Илселек вәкилдәре “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға йыйына. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе быйыл сентябрҙә республикаға килергә ниәтләй. Эш сәфәре барышында артабан хеҙмәттәшлек итеү юлдары тураһында фекер алышыу ҡарала. Ошондай йүнәлештәрҙең береһе -  Евразия ғилми-мәғариф үҙәге кампусында ғәрәп цивилизациялары үҙәген булдырыу.