Был турала Башҡортостан башлығының Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Салауат Юлаев исемендәге батальон сафында Ватанды һаҡларға теләп күп ир-егеттәр мөрәжәғәт итә. Шуға ла тағы ла бер батальон ойоштороу ихтыяжы тыуған.
Яңы батальонға физик сәләмәтлеге яҡшы, 55 йәшкә тиклемге ир-аттар ҡабул ителә. Хәрби хеҙмәткә кандидаттар Дан бульвары, 6 адресы буйынса ҡабул ителә. Салауат Юлаев исемендәге батальон Рәсәй милли гвардияһы ҡарамағында ойошторола һәм хәрбиҙәргә дәүләт тарафынан ҡаралған бөтә социаль льготалар гарантиялана.