«Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» тигән билдә алғандарға ла ошондай уҡ сумма ҡарала. Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Ленинградты фашист илбаҫарҙарынан тулыһынса азат итеүҙең 80 йыллығы уңайынан тейешле указ әҙерләгән. Пособие быйыл декабрҙә түләнә башларға тейеш. Рәсәйҙән тыш, ошо миҙалға эйә булған Латвия, Литва, Эстония, Абхазия, Көньяҡ Осетия кешеләре лә аҡса ала.