Баймаҡ ҡалаһы һәм Ишембай районының Верхотор ауылы Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Башҡортостандың көньяғында «Верхотор - ваҡыт театры» проекты тормошҡа ашырылһа, Урал Аръяғында «Ирекле яр» барлыҡҡа киләсәк. Ошо маҡсатта республикаға 138 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Баймаҡтағы проектҡа ярашлы, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү ҡаралған. Йәмәғәт биләмәһе заманса төҫ аласаҡ.