Уның составында экспозициялар менән байытылған ун вагон, һәр ҡайһыһы Бөйөк Ватан һуғышының айырым ваҡиғалары һәм осорона арналған. Ҡунаҡтар үҙҙәрен ваҡыт машинаһына эләккәндәй хис итә, тимер юлы составы уларҙы тыныс ваҡыттан алып дәһшәтле йылдарҙың барлыҡ һынау-юғалтыуҙары аша оҙатып, Еңеүгә алып килә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Еңеү поезы» Сибайҙа 11 августҡа тиклем була. Уны ҡаршы алғанда урындағы үҙешмәкәр коллективтар илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙар башҡарҙы.