«Башҡортостан» милли паркында урынлаштырылған фотоҡапҡанға һирәк осраған айыу-альбинос эләккән

Аҡһыл төҫтә булыуына ҡарамаҫтан, тайыштабан ғәҙәти һоро айыуҙар төрөнә ҡарай. Белгестәр фекеренсә, меланин пигменттары етмәү сәбәпле айыу балаһы аҡ булып тыуған. Был күренеш Башҡортостан өсөн үтә лә һирәк күренеш. Шулай ҙа альбинос хайуандарҙың танауҙары алһыу төҫтә була, ә фотоға төшкән айыуҙыҡы ғәҙәти ҡара төҫтә. Әле респрублика биләмәһендә 2 меңдән ашыу тайыштабан иҫәпләнә. Шуларҙың иң күбеһе тап «Башҡортостан» милли паркында төпләнгән.

Ҡариҙел районында ла урындағы халыҡ ауылға айыу балаһы төшкәнен видеоға төшөрөп алған. Кадр артындағы тауыштарҙан асыҡланыуынса, тайыштабан бер аяғына аҡһап атлаған. Кешеләрҙәң өркөп ул йылға аша икенсе ярға йөҙөп сыҡҡан.