Бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Һамар өлкәһендә булды. Апрелдән алып үҙ ирке менән ирекле батальонға ҡушылыусылар разведка, оборона һәм һөжүм ойоштороу ҡағиҙәләрен үҙләштерҙе. Хәрби әҙерлекте уңышлы үтеүселәр, батырлыҡ күрһәтеүселәр дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында барлығы 12 хәрби подразделение тупланған. Радий Хәбиров яугирҙар менән аралышты һәм йортта ҡалған туғандары, яҡындары өсөн борсолмаҫҡа, ватан һағында намыҫ менән торорға саҡырҙы.