Республика етәкселеге, министрлыҡ-ведомстволар, район-ҡалалар хакимиәттәре вәкилдәре, мәғариф бүлеге етәкселәре һәм уҡытыусылар ҡатнашҡан конференция бөгөн Конгресс-холда уҙа. Унда “Уҡытыусы һәм остаз йылы” саралаларын тормошҡа ашырыу, балалар һәм йәштәр йәмәғәт-дәүләт хәрәкәтен үҫтереү, хәрби-патриотик тәрбиә биреү, уҡыусыларға һөнәри белем биреү кеүек мәсьәләләр ҡарала. Сара барышында алдынға уҡытыусыларға дәүләт наградалары һәм дипломдар тапшырыла.