Өфөлә республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үтте

Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе сиктәрендә бөгөн тәүге тапҡыр Өфөлә «Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү системаһында милли мәғариф» проекты тормошҡа ашырылды. Сара баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге «Смарт» 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында үтте. Ул туған тел уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр ҡатнашлығында ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Был яңылыҡ әсә телен өйрәнергә теләүселәр өсөн тәүге белем алыу сығанағы. Лилиә һәм Фәнзил Әҙелбаевтар башланғысында тормошҡа ашырылған проект бөгөн ил кимәленә сыҡҡан тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Сөнки, саф башҡортса һөйләшкән ҡоролмалар менән Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында ҡыҙыҡһыныу бар.

Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе сиктәрендә башҡорт теленең һанлы форматы менән танышырға мөмкин ине. Уҡыу-уҡытыу әсбаптары, махсус программалар, ҡушымталарҙың һәммәһе лә бөгөн ныҡлы һынау үткән. Шуға ла эш ведомство кимәлендә лә хуплау тапҡан. Өҫтәүенә, ул бөгөн «Смарт» 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында үткән «Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү системаһында милли мәғариф» проектының төп һөйләшеүенең береһе булды.

Форум йыл дауамында күтәрелгән мәсьәләрҙе уртаға һалып һөйләшеү мөмкинлеге. Айырым сессия ултырышында туған телде уҡытыуға ҡағылышлы һорауҙар, өҫтәмә белем алыу, уны ҡулланыу мөмкинлеге, милли мәктәп һәм балалар баҡсаһындағы төрлө яҡлы һорауҙар ҡаралды.

Форум республика ата-әсәләр комитеты етәксеһен һәм башҡарма комитетын һайлау менән тамамланды. Бындай ойошҡанлыҡта милли мәғариф системаһындағы мәсьәләләр тиҙ һәм урынлы хәл ителер тигән өмөттә ҡалды сара ҡатнашыусылары.

Азат Ғәлиуллин