Бөгөн Өфөлә мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтә

Педагогтар “Торатау” Конгресс-холында 7 майҙансыҡта  фекер алыша. Быйыл Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу бала мәктәптә бара. Уларҙың 54 меңгә яҡыны 1 класс уҡыусылары. Күгәрсен районы Мораҡ ауылының Мортаза Рәхимов исемендәге башҡорт гимназиһы директоры Фәйрүзә Ибраһимова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Август кәңәшмәһе барышында күргәҙмәләр менән танышырға була. “Беҙ шашка спортын пропагандалайбыҙ. Шашка Башҡортостан бренды булырға тейеш”, - ти республика шашка спорты мәктәбе етәксеһе Гөлназ Әхмәҙиева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Август кәңәшмәһенең пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилия Ғүмәрованың ҡатнашыуы көтөлә. Алдынғы уҡытыусыларға дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы була. Шулай уҡ педагогтар араһында уҙғарылған төбәк-ара һәм республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнә.