Башҡортостанда ужым культураларынан 600 меңдән ашыу тонна уңыш алынған

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлегә был культура барлыҡ майҙандарҙың 86 процентында йыйылған, гектар ҡеүәте 24 центнер, Ейәнсура, Нуриман һәм Шаран райондарында эштәр теүәлләнгән. Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән хужалыҡтары 40 мең тоннанан ашыу ужым культуралары йыйып алған. Әле иртә  һәм ҡуҙаҡлы культуралар буйынса эштәр әүҙемләшә, барлыҡ майҙандарҙың 16 процентында ураҡ тамамланған.