Өфө районы Авдон ауылындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе асыҡланды

Республика  ветеринария  буйынса  дәүләт комитеты  лабораторияла  тикшереү һөҙөмтәләрен алған.  Уның һөҙөмтәләре буйынса  ҡошсолоҡ  фабрикаһы  ауырыу таралыу  сығанағы тип  танылған.  Эргә-тирәләге  Авдон, Жуков,  Сергеевка, Опто ауылдары,  шулай  уҡ баҡсасылыҡ  ширҡәттәре хәүефле  биләмәгә  инә.  Бөгөн  ведомство-ара ғәҙәттән тыш  хәл комиссияһы  ултырышы  булды.  Фабрикалағы бөтә  ауырыу  ҡоштар юҡ  ителә.  Хәүефле биләмәләге бөтә  ҡош-ҡортҡа  прививка эшләнә. - Вакцина етерлек, халыҡҡа  хәлде  аңлап ҡабул итергә  кәрәк. Ҡош киҙеүе  тиҙ арала  бөтөрөләсәк, - тип  хәбәр итәләр ведомствонан.  Ҡош-ҡорт үлеү осраҡтары  теркәлһә, йә  ауырыуға  шик  тыуһа  8 800 775 58 28 һандарына  шылтыратып хәбәр итергә кәрәк.