Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә ҡатнашты

Балаларға автобустар, ә уҡытыусыларға гранттар. Радий Хәбиров ауылға эшкә ҡайтыусы уҡытыусыларға гранттар һанын 25 тән 150 гә тиклем арттырыға ҡушты. Мәктәпкәсә тиклемге белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә лә гранттар арта. Был турала Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә белдерҙе. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Радил Кәримов ун биш йылдан ашыу руль әйләндерә. Шул ваҡытың ун йылын айырыуса тәжрибә талап иткән эштә. Водитель мәктәп автобусында уҡыусыларҙы йөрөтә. Көн һайын ул Малаяҙ ауылының беренсе мәктәбенә күрше ятҡан дүрт ауылдан балалар ташый. Автобустың бындай эштә төҙөк булыуы һәм ҡыңғырауға тиклем балаларҙы алып килеп өлгөртөү шарт.

Бынан ары уға техника ватыла тип хафаланаһы түгел. Бөгөндән алып өр-яңы Паз некст автобусына ултыра. Яңы траспорт сараһы водитель өсөн дә, балаларға ла күпкә уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк тә.

Ошондай уҡ автобусты бөгөн республиканың тағы ла 18 мәктәбе алды. Күпселек белем усағы хәҙер техниканы икенсегә, хатта өсөнсөгә яңырта. Был тәү сиратта балаларҙың хәүефһеҙлеге, белем сифаты.

Белем сифаты, мәғарифтағы яңылыҡтар тураһында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенең пленар ултырышында ла фекер алышынды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү, тарих, илгә һөйөү үҫтереү хәҙерге заман мәғарифында көн талабы.

Төбәк башлығы урта һөнәри , юғары белем биреү учреждениеларының матди техник базаһын нығытыуға ла етди иғтибар бирҙе. Колледждарға йыл һайын 500 миллион һум аҡса бүленәсәген белдерҙе. Шулай ҙа иң төп иғтибар уҡытыусыларға. Ни тиһәң дә илдә педагог һәм остаз йылы. Радий Хәбиров мөғәлимдәргә, тәрбиәселәргә булған гранттар һанын күпкә артытырға ҡарар итте.

Быйылғы август кәңәшмәһе «Мәғариф системаһы, мәғәнәләр трансформацияһы» тип атала. Рәсәйҙә фәҡәт үҙ уҡытыу алымы талап ителгәндә советтар осоро һәм хәҙерге замандың иң отошло методикаһын бергә туплап белем биреү отошло. Яңы уҡыу йылында тағы ла мөһим мәсьәләләр тора. Рәсәйҙә берҙәм мәғариф киңлеге индерелә. Йәғни илдәге бар төбәктәр ҙә дөйөм дәүләт стандарттары буйынса уҡыясаҡ. Программала милли компоненттарға ла урын бирелә.

Август кәңәшмәһе быйыл ете майҙансыҡта көнүҙәк темалар буйынса эшләне. Унда республиканың төрлө төбәктәренән 6 йөҙҙән ашыу уҡытыусы ҡатнашты. Быйыл тематик майҙансыҡтарҙың күбеһе патриотик тәрбиә, йәш быуынға һөнәри йүнәлеш биреүгә арнала. Мөғәлимдәр әйтеүенсә, илдә иғлан ителгән педагог һәм остаз йылы мәғарифтағы һәр мәсьәләне лә асып һалырға һәм хәл итеү мөмкинлеге биргән. Үҙ эшендә айырыуса уңыштарға өлгәшкән, бөйөк һөнәргә тоғролоҡ, фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән мөғәлимдәрҙе республика етәксеһе дәүләт наградалары, маҡтау хаттары менән бүләкләне.

Айнур Кәбиров