Улар киләсәкте төҙөй. Башҡортостан Башлығы һөнәри байрамы алдынан республика төҙөүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Төбәктең төҙөлөш тармағында эшләүселәргә Салауат Юлаев ордены, Халыҡтар дуҫлығы ордены, Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы, Башҡортостан Башлығы Рәхмәт хаты тапшырылды, абруйлы исемдәр бирелде.
2030 йылға йылына 4 миллион квадрат торлаҡ. Рәсәй Президенты ҡуйған бурысты атҡарып сығырға кәрәк тине, төбәк етәксеһе колонналар залында уҙған тантанала. Башҡортостан төҙөүселәренең хеҙмәте республика билмәләре менән генә сикләнмәй, һуңғы йылдарҙа уларҙың тырышлығы менән Луганск халыҡ республикаһында күп эштәр башҡарылды.
Үҙҙәре ошондай мөһабәт биналар төҙөү өсөн ғүмерен бағышлаһа ла, бүләкләү тантанаһы үткән колонналар залында улар үтә баҫалҡы, оялсан. Ярты быуат буйы Фәһим Баһауетдинов ҡатнашҡан төҙөлөш объекттарын бер ергә йыйһаң, бәләкәй ҡала хасил булыр ине.
Ризида Аҫылгәрәеваның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. 1983 йылдан бөгөнгәсә Туймазы тимер-бетон заводы эшсеһе. Алты йыл пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, эшен ташларға йыйынмай.
Ҡырҡ йыл автобус рулен әйләндергән тырыш ҡулдарҙа республиканың юғары бүләге. Межгорье ҡалаһында йәшәүсе Мөхәмәт Солтановтың һөнәри оҫталығы һәм оҙаҡ йылдар дауымында фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан республикаһы почет грамотаһы менән баһаланды.
Бүләкләү тамамланыу менән улар хеҙмәт урындарына ашыҡты, сөнки төҙөлөштәрҙә әле уттай ҡыҙыу ваҡыт. 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү республика төҙөүселәренә ҙур бурыстар ҡуйҙы. Байрамға театрҙар, музейҙар, медицина һәм спорт учреждениелары төҙөлөргә һәм реконструкцияланырға тейеш, күләмле транспорт проекттарын тамамлау планлаштырыла.
Рәмилә Исмәғилева