Ҡыуаныслы ваҡиғаны Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин уртаҡлашты. Ентекләбрәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Палаталағы иң өлкән сабыйҙың ауырлығы бер килограмм 860 грамм булһа, иң бәләкәйенең ни бары 650 грамм. Етлекмәй тыуған балалар йәшәһен тип табиптар һәм шәфҡәт туташтары күп көс һала. Бәпестәрҙе ҡараңғы, йылы һәм тыныс урында ҡарап үҫтерәләр. Инкубаторҙарҙың йылылығы һәм дымлылғы тикшерелеп тора. Кескәйҙәр күҙ алдында үҫә тип әйтергә лә мөмкин.
Ләкин әсә наҙын бер кем дә алмаштыра алмай, шуға күрә улар теләгән ваҡытта балалары янына килә ала. Республика перинаталь үҙәгендә көнөнә яҡынса 40 сабый донъяға килә. Медицина учреждениеһының уникаль тәжрибәһе менән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры танышты. Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, республикала сабыйҙар үлеме йылдан-йыл кәмей.
Был сабыйҙар иһә өйгә ҡатырға әҙерләнә. Баҡалы районынан Тельцовтар ғаиләһендәге балалар футбол командаһы составына тиң. Бала табыу йортонан 11-се тапҡыр сыҡҡан бәхетле ата-әсәне Айрат Рәхмәтуллин ҡотланы. Шуныһы ҡыуаныслы, бала һау-сәләмәт булып донъяға килгән.
Өфөлә йәшәүсе Гөлшат Вәлиеваны бала табыу йортонан өлкән балалары ҡаршылай. Ун икенсе бала тыуғандан һуң, ғиләлә ҡыҙҙар һәм малайҙар һаны тиңләште, тип шаярта әсә. Бының менән бер рәттән исем һайлау ҡатмарлашҡан.
Башҡортостанда 59 мең күп балалы ғаилә йәшәй. Уларҙың ғаиләһендә 10-дан ашыу бала тәрбиәләнә. Волга буйы федераль округында күп балалы ғаиләләр һаны буйынса республика лидер булһа, Рәсәйҙә 7-се урында.
Әлфинә Килдейәрова